Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453300, Россия, Республика Башкортостан, г. Кумертау,ул. Карла Маркса, дом 36
  • +7 347 614-39-07
  • brgi3@yandex.ru

Новости

Диктант

Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант Диктант

27 Апреля 2020 10:04

Количество просмотров: 75

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 25 апрелендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре аша онлайн форматта башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
3-сө Башҡорт гимназия-интернатынан 324 уҡыусы, 25 уҡытыусы-тәрбиәсе акцияла ҡатнашты. Телмәр һәм яҙма коммуникацияның модалы һәм заманса алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән ойошторолған сарала ҡатнашыусыларға, уны ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ